Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһының ҡала округы «Ҡарһылыу» балалар баҡсаһының
юғары квалификация категориялы тәрбиәсеһе
Дәүләтҡолова Айгөл Һөйөндөк ҡыҙының шәхси сайты
Персональный сайт Давлеткуловой Айгуль Суюндуковны,
воспитателя высшей квалификационный категории
МДОБУ детский сад «Снегурочка»
городского округа город Сибай Республика Башкортостан

Здравствуйте!
Я очень рада приветствовать Вас на страницах моего сайта!
Мой сайт предназначен для коллег, родителей, а также для детей. Я надеюсь, что, посетив мой сайт, вы обязательно найдете для себя что- то новое, интересное и полезное.
Түҙемлегең, ахыры, ҡая һымаҡ,
Ә күңелең тулы нур ғына.
Ябайһың да, бөйөкһөң дә үҙең,
Һиңә тиңме маҡтау, йыр ғына….
Ошо шиғыр юлдарын һәр бер тәрбиәсегә бағышлар инем.
«Ни өсөн мин тәрбиәсе һөнәрен һайланым һуң?
«Ни өсөн бөгөнгө көнгә ҡәҙәр уға тоғро ҡалам?
Бөйөк философ Сократ әйтеүенсә «Кеше һөнәрҙе түгел, ә һөнәр кешене һайлай». Минең осраҡта ла шулай булды. Сибай институтында һуңғы курстарҙа уҡып йөрөгән ваҡытта, беҙҙе, балалар баҡсаһына практикаға ебәрҙеләр. Практиканың беренсе көнөндә үк мин үҙемә шундай һығымта яһаным һәм дөрөҫ юлдан барыуымды аңланым. Беренсе көндән үк балалар менән аралашыуҙан сикһеҙ кинәнес алдым, үҙемдең бала саҡтарыма әйләнеп ҡайтҡандай булдым. Балаларҙың нурҙар һибеп, ут кеүек янып торған күҙҙәре мине үҙҙәренә әйҙәне.
Тәрбиәсе - Ватаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләгән, ил ғорурлығы һәм таянысы. Иң тәүге белем баҫҡысын асыусы. Ул ябай һөнәр түгел, ул – бала күңеленең белгесе. Шуға күрә лә, мин үҙ һөнәремә бик яуаплы ҡарайым, уны яратып башҡарам. Мин балалар баҡсаһында биргән белем, тәрбиә киләсәктә бала өсөн тәүге, ныҡлы нигеҙ булауына инанам.
Мин үҙемдең тәрбиәләнеүселәремә башҡорт телен яратырға, хөрмәт итергә, үҙ телебеҙҙә аралышырға, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙҙәттәрен, бай тәбиғәтен һәм тарихын яратырға, ҡәҙерләргә өйрәтәм. Үҙ телендә иркен һөйләшкән, Башҡортостан менән ғорурланған киләсәк быуын вәкилдәре үҫтереү – минең төп маҡсатым.
Мин үҙ өҫтөмдә ныҡлы эшләйем, оҫталығымды арттырам, заман менән бергә атларға тырышып инновацион технологияларҙы үҙләштерәм, традицион булмаған алымдар ҡулланам. Балаларҙың уй-фекерҙәрен, аң-зиһендәрен үҫтереү өсөн үҙ эшемдә тәжрибәләр, эҙләнеп-тикшереүҙәр аша уларҙы ҡыҙыҡһындырам.
Ошо эш тәжрибәмдән сығып, киләсәктә һәр бер тәрбиәләнеүсемдең йәмғиәттә юғалып ҡалмауына, үҙ эшенең оҫталары булыуына, шәхес булыуына иманым камил!

Фотогалерея
Видеогалерея






* Все фотографии детей размещены на сайте с согласия родителей (их законных представителей). Все материалы, размещенные на сайте, разработаны автором или собраны с открытых общедоступных ресурсов сети Интернет. Предназначены только для чтения в образовательных целях, не имеют комм ерческого характера. Все авторские права принадлежат их владельцам.































