top of page

Бармаҡ уйындары

Пальчиковые игры

Бармаҡ уйындары

image.png

Бармаҡ уйыны балаларға бик оҡшай. Улар бәләкәй шиғырҙар, ҡыҫҡаҡ йырҙар менән дә башҡарылырға мөмкин. Уйын массажы балаларҙың фантазияһын үҫтерә. Балаларҙың телмәр үҫеше кимәле ҡул суҡтары менән тығыҙ бәйләнештә. Бармаҡ уйындарын уйнағанда балаларҙың бер юлы ҡул суҡтарының координациалары нығына һәм шул уҡ ваҡытта, телмәр үҫеше лә күҙәтелә. Уйын ваҡытында бөтә бармаҡтарҙа ҡатнашһа, бигерәктә исемһеҙ һәм сәтәкәй бармаҡтар айырыуса йоғонтоһо ҙур. Мәҫәлән:

 Әтәс ҡойма башында,

 Алтын тараҡ башында.

 Йоҡонан тора иртүк,

 Ҡысҡыра ул ки–ки-ри-ү.

Урта һәм сығанаҡ бармаҡтарҙы баш бармаҡҡа терәйбеҙ. Сәтәкәй һәм һуҡ бармаҡтар өҫкә күтәрелгән.

 

 Танышайыҡ, мин- ҡуян,

 Урман эсендә оям.

 Бары тик оямда ғына

 Үҙемде батыр тоям.

Һуҡ һәм урта бармаҡтар ярҙамында ҡуяндың ҡолаҡтарын яһайбыҙ. Сәтәкәй, сығанаҡбармаҡтарҙы баш бармаҡҡа терәйбеҙ.

 Тирмәм тора көмөш кеүек

 Йылға ярында.

 Хуш еҫле сәскәләр үҫә

 Тирә-яғында.

Бармаҡтарҙы бер-береһенә тап килтереп терәйбеҙ һәм һуңынан асабыҙ. Сәтәкәй һәм баш бармаҡтар тура ҡуйыла.

 Их!... Атҡайым елдерә,

 Бар ергә лә өлгөрә.

 Елберләй ялы елгә,

 Саң борҡоп ҡала ерҙә.

Уң ҡулдары һырты менән «тышҡа» ҡаратып вертикаль рәүештә ҡуябыҙ. Һул ҡулдың бармаҡтарын уның өҫтөнә бөгөп һалып, аттың «ял»дарын яһайбыҙ. Баш бармаҡтар – аттың ҡолаҡтары.

 Бесәй, бесәй, бесәй шул,

 Бесәй әле кескәй шул.

 Үҙе мырлай ҙа мырлай,

 Әллә ул шулай йырлай.

Урта һәм сығанаҡ бармаҡтарҙы баш бармаҡҡа терәйбеҙ. Сәтәкәй һәм һуҡ бармаҡтар өҫкә күтәрелгән.

Баш бармаҡ.

Һәр эште мин башлайым.

Өй эсен дә тиҙ генә

Йыйыштырып ташлайым.

Һуҡ бармаҡ.

Мин – һуҡ бармаҡ, Һуҡ бармаҡ.

Һуҡ, тигәндә һуҡмайым.

Кескәйҙәрҙе илатҡанды

Һис кенә яратмайым.

Урта бармаҡ. ....

... Ҡаймаҡ ялап, һөт эсәм,

Ҡасан инде ҙур үҫәм?

 

Бармаҡты һанау

Бер, тинек – бармаҡ,
Ике, тинек – икмәк,
Өс, тинек – өсмәк,
Дүрт, тинек – дүртмәк,
Биш, тинек – бишмәк,
Алты, тинек – алмаҡ,
Ете, тинек – етмәк,
Һигеҙ, тинек – һиҙмәк,
Туғыҙ, тинек – туғыҙмаҡ,
Ун, тинек – уймаҡ.

 

Был бармаҡ – олатай.
Был бармаҡ – өләсәй.
Был бармаҡ – атай.
Был бармаҡ – әсәй.
Был бармаҡ – сәтәкәй.

 

Бармаҡтар менән уйын:
Баланың усы буйлап бармаҡты түңәрәтеп йөрөтөп һамаҡларға:


Бутыр-бутыр бутҡа бешкән,
Уның эсенә сысҡан төшкән,
Алайым тигәнсә 5 бармағы бешкән


(бармаҡтарҙы тотоп-тотоп)


Быныһы - баш бармаҡ,

быныһы һуҡ (күрһәткес) бармаҡ,

быныһы урта бармаҡ,

быныһы атһыҙ (исемһеҙ)

бармаҡ, быныһы сәтәкәй бармаҡ.


Шул һүҙҙәрҙән һуң "Бына китте сысҡан, бына китте сысҡан" тип баланы ҡытыҡларға

  

Был бармаҡ – олатай.
Был бармаҡ – өләсәй.
Был бармаҡ – атай.
Был бармаҡ – әсәй.
Был бармаҡ – сәтәкәй.

  

Бармаҡтарҙы өйрәтеү

Баш бармаҡ бау ишә,
Имән бармаҡ имән киҫә,
Урта бармаҡ утын яра,
Атһыҙ бармаҡ ат ҡыуа,
Сәтәкәй бармаҡ сәй эсә.


Бармаҡты һанау

Бер, тинек – бармаҡ,
Ике, тинек – икмәк,
Өс, тинек – өсмәк,
Дүрт, тинек – дүртмәк,
Биш, тинек – бишмәк,
Алты, тинек – алмаҡ,
Ете, тинек – етмәк,
Һигеҙ, тинек – һиҙмәк,
Туғыҙ, тинек – туғыҙмаҡ,
Ун, тинек – уймаҡ.


Тел-сарлағыс

Ҡара ҡарға, ҡара ҡарға,
Ҡарға йыйылған ҡарға.
Аттым ҡарға, төштө ҡарға,
Аҡ ҡарға ҡара ҡарға.
Шул ҡарғаны ҡарар өсөн
Ҡарға йыйылған ҡарға.

 

Аҙна көндәре
Дүшәмбелә кер йыуҙым , (ышҡып күрһәтәбеҙ)
Шишәмбе иҙән һеперҙем, (һепереп күрһәтәбеҙ)
Шаршамбы күмәс бешерҙем, (ҡамыр баҫабыҙ)
Кесаҙнала туп эҙләнем,(ҡулды маңғайға ҡуябыҙ)
Йома йыуҙым сынаяҡтар, (круговые движения)
Шәмбе торт һатып алдым, (ике ҡул менән икмәк тотҡан һымаҡ)
Йәкшәмбе ҡунаҡ саҡырҙым. (ҡулдарҙы ике яҡҡа йәйеп ебәрәбеҙ).

 

Бәшмәк
Бер, ике, өс, дүрт, биш
Бәшмәккә китеп барабыҙ.
Был бармаҡ урман китте,
Был бармаҡ бәшмәк тапты,
Был бармаҡ уны йыуҙы,
Был бармаҡ уны бешерҙе,
Быныһы ашап туйҙы,
Бармағын ялап ҡуйҙы!

(һәр һөйләмдән һәрәкәттәр курһәт).

 

Кәзә
Кәзә килә мөгөҙлө (маңдайға мөгөҙ күрһәтеп атлау)
Балаларҙың артынан.
Аяҡтары тып-тып-тып,
(тыпырлап күрһәтеү)
Ҙур күҙҙәре сырт-сырт-сырт,
кем бутҡаны ашамай?
Кем һөтөн дә эсмәй?
Мин шуны һөҙәм-һөҙәм-
Һөҙәм....

  • VK

© А. С. Давлеткулова, 2023. Сайт создан Суюндуковой Г. М.

bottom of page